

Ярҙам күрһәтелгән проекттарҙы финанслау 1 июлдән башлана.
Әлеге ярҙамға илдең 88 төбәгенән 11 379 йәмәғәт башланғысы дәғүә итте. Координация комитеты ҡарары менән Башҡортостан Республикаһының социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған 49 ойошмаһы дөйөм суммаһы 75 миллион һумлыҡ гранттарға эйә булды. Бойондороҡһоҙ экспертиза уларҙың проекттарын юғары балға баһаланы.
«Йәш этнополитолог мәктәбе»нә 7,284 миллион һумлыҡ грант тапшырылды. «Үҙебеҙ өсөн тегәбеҙ- СВО өсөн тегәбеҙ» проекты иһә 395 218,22 һумлыҡ грант менән бүләкләнде. Ғөмүмән, 2023 йылда республиканың 106 коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы 130,3 миллион һум йәлеп итте.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.