

“Өфө ҡалаларҙы һанлаштырыу алымдары менән оҫта эш итә һәм башҡаларға өлгө булып тора ала”, — тине Мәғлүмәтте моделләштереү өлкәһендәге ойошмаларҙың милли ассоциацияһы президенты Михаил Викторов.
Эксперт буласаҡ “Аҡыллы ҡала — Аҡыллы ил” форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм сарала ҡыҙыҡлы мәсьәләләр һәм сағыу стартаптар тикшерелер тигән өмөтөн еткерҙе.
Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә 26 июлдән 28 июлгә тиклем ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы үҙгәртеп ҡороу буйынса IV “Аҡыллы ҡала — Аҡыллы ил” халыҡ-ара форумы үтәсәк.