Июль менән сағыштырғанда күрһәткес 0,6 процентҡа артҡан. Дөйөм алғанда, августа илдә ИИС иҫәбе 38,4 меңгә артҡан һәм 5,63 миллионға еткән. Август йомғаҡтары буйынса әйләнеш рекорд 324,4 миллиард һумға еткән. Әйләнеш структураһында 85,3 процент акциялар менән алыш-бирешкә, 6,4 процент облигацияларға һәм 8,3 процент фонд пайҙарына тура килгән.
Башҡортостан асыҡ шәхси иҫәп буйынса тәүге 6 төбәк иҫәбендә ҡала. Мәскәү 565,4 мең иҫәп күрһәткесе менән беренсе урынды биләй, икенсе урында - Мәскәү өлкәһе (332,3 мең), өсөнсөлә - Санкт-Петербург (269,6 мең иҫәп). Уларҙан һуң Свердловск өлкәһе (186,3 мең), Краснодар крайы (177,7 мең) һәм Башҡортостан килә.