Иҡтисад
27 Сентябрь 2023, 05:34

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә

2 октябрҙән 6-һына тиклем «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы уҙғарыла.

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтәЭшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә
Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә

Сараны Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы, «Минең бизнесым» үҙәге ойоштора.

       “Эшҡыуарлыҡ аҙналығы - эшҡыуарлыҡ өлкәһендә йылдың мөһим ваҡиғаларының береһе. Ул төбәк һәм федераль власть органдары, бизнес, йәмәғәт берләшмәләре, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураһы ойошмалары вәкилдәрен берләштерәсәк һәм яңы эш башлаусы һәм тәжрибәле бизнесмендарға ярҙам итеү механизмдарын әҙерләү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы тәжрибәләрен тикшереү майҙансығы буласаҡ, - тип аңлатма бирә Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

     Эшҡыуарлыҡ аҙналығы саралары Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Бөрөлә онлайн һәм офлайн форматында ойошторола.

      Үҙмәшғүлдәр һәм эшҡыуарҙар, үҙ бизнесын башларға теләүселәр түбәндәге майҙансыҡтарҙа ҡатнаша ала:

«Киләсәк фабрикаһы» (Тыныслыҡ урамы, 14),

Sheratonplaza Ufa Congress Hotel (Цюрупа урамы, 7),

 «Рәсәй терәге» (Р. Зорге урамы, 5),

 «Торатау» (Торатау) конгресс-холы.

 Теркәлеү мотлаҡ һәм уны http://nedelyarb.ru/  сайты аша эшләргә мөмкин:

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас