Иҡтисад
16 Ноябрь 2023, 02:30

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны артҡан

Ағымдағы йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының Берҙәм реестры мәғлүмәттәре буйынса, республикала теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 7,3 меңгә артҡан һәм 133,6 мең берәмек тәшкил иткән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны артҡанБашҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны артҡан
Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны артҡан

Был уҙған йылдың 10 ноябренә ҡарағанда 5,7 процентҡа күберәк.

– Бындай ыңғай динамика дәүләт ярҙамы, шул иҫәптән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты саралары сиктәрендә тәьмин ителде, - тип аңлатма бирә Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

    Шулай уҡ республикала үҙмәшғүлдәр һаны арта бара. 2023 йылдың 1 ноябренә ҡарата профессиональ килемгә һалым түләүселәр һаны 174,1 мең кеше тәшкил иткән, был былтырғы күрһәткестән 38,7 процентҡа юғарыраҡ.

     Төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттары бизнесҡа әүҙем ярҙам күрһәтә. 2023 йылдың 9 ноябренә ҡарата «Башҡортостан микрокредит компанияһы» коммерцияға  ҡарамаған ойошмаһының льготалы займдары менән 449 миллион һумға 285 эшҡыуар файҙаланған. "Төбәк лизинг компанияһы" 311,1 миллион һумға 40 бизнесменға ярҙам күрһәткән.  “Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы " 3,3 миллиард һумға 406 поручительство биргән.

    Республикаһының «Минең бизнесым» үҙәге хеҙмәттәре яҡшы эшләй. Улар уҡытыуҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуҙа ярҙам итәләр, эшҡыуарҙарға бизнесты алып барыуҙың төрлө этаптарында ярҙам күрһәтәләр.  Быйыл үҙәк белгестәре 8 меңгә яҡын хеҙмәт күрһәткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас