Иҡтисад
17 Ноябрь 2023, 11:29

Милли проект бизнесты үҫтереүгә йүнәлтелгән

Башҡортостанда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә өс төбәк проекты тормошҡа  ашырыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Милли проект бизнесты үҫтереүгә йүнәлтелгәнМилли проект бизнесты үҫтереүгә йүнәлтелгән
Милли проект бизнесты үҫтереүгә йүнәлтелгән

Улар,  «үҙмәшғүл граждандар эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу», «бизнесты башлау һәм уңайлы алып барыу өсөн шарттар булдырыу» һәм «бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау».

        Ағымдағы йылда республикала «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектына ингән сараларҙы тормошҡа ашырыуға 694,5 миллион һум күләмендә ассигнованиелар ҡаралған, шул иҫәптән федераль бюджет саралары – 680,6 миллион һум, төбәк бюджетынан-13,9 миллион һум.

      Бизнес-шерифтар институты эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле бер йүнәлеше булып тора. 2023 йылдың 9 айында улар 3247 проектты ҡараған. Ғаризалар буйынса  бирелгән инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 92 миллиард һум тәшкил итә. 14,7 мең эш урыны булдырыу планлаштырыла. Дөйөм хаҡы 16,4 миллиард һумлыҡ 627 проекты буйынса эштәр башланырға тора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас