Иҡтисад
22 Ноябрь 2023, 13:07

Быйыл Ҡытайға Башҡортостан агросәнәғәт продукцияһын экспортлау күләме 100 мең тоннан артасаҡ

2022 йылда Башҡортостан Ҡытайға 11 мең тонна агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлаған, 2023 йылдың 9 айында күрһәткес 70 мең тоннаға тиклем артҡан, ә 2023 йыл йомғаҡтары буйынса 100 мең тоннаға ла етеүе ихтимал, тип билдәләне Бр Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Ҡытайҙың Халыҡ-ара сауҙаны һәм коммерцияны үҫтереү үҙәге вәкилдәре менән осрашыуҙа.

Быйыл Ҡытайға Башҡортостан агросәнәғәт продукцияһын экспортлау күләме 100 мең тоннан артасаҡБыйыл Ҡытайға Башҡортостан агросәнәғәт продукцияһын экспортлау күләме 100 мең тоннан артасаҡ
Быйыл Ҡытайға Башҡортостан агросәнәғәт продукцияһын экспортлау күләме 100 мең тоннан артасаҡ

Был сара бөгөн Өфөлә үтте. Белеүегеҙсә,  22 ноябрҙән 1 декабргә тиклем унда XVI халыҡ-ара бизнес аҙналығы (МНБ-2023) уҙа.

Осрашыуҙа Ҡытайҙың халыҡ-ара сауҙа һәм коммерцияны үҫтереү үҙәге директоры Ли Яньцзюнь, ошо уҡ үҙәк директоры урынбаҫары Ли Чжилэй һәм «Хэнфэн Хэпин Шие» яуаплылығы сикләнгән компания идараһы рәйесе Ли Вэй ҡатнашҡан.

Автор:
Читайте нас