

Сара эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу, ғәмәлдәге етештереүселәргә ярҙам итеү һәм тармаҡты коммерциялаштырыу маҡсатында «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.
- Беҙ милли халыҡ кәсептәре алып барған эшҡыуарҙарға һәм төбәк һөнәрселәренә әүҙем ярҙам итәбеҙ, Сөнки Башҡортостан – быуаттар төпкөлөнән килгән традицияларҙы һаҡсыл һаҡлаған һәм үҫтергән төбәк. Йыл һайын үткәрелеүсе майҙансыҡҡа әйләнгән "Һөнәрҙәр аҙналығы" оҫталарға Яңы йыл алдынан үҙ стендтарында уникаль изделиеларҙың иң яҡшы өлгөләрен тәҡдим итергә, шулай уҡ тауарҙарҙы рекламалау һәм һатыу буйынса яңы күнекмәләр алырға, коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирәсәк, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
"Һөнәрҙәр аҙналығы «эшлекле программаны, креатив индустриялар форумын, халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн Волга буйы күргәҙмә-йәрминкәһен “Иң яҡшы һөнәрсе - 2023" республика конкурсын, шулай уҡ һөнәрселек һәм ижади оҫталыҡ дәрестәрен берләштерә.
Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм Министрлығы булышлығында «Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы», «Минең бизнесым» үҙәге сығыш яһай.