Иҡтисад
29 Ноябрь 2023, 17:45

Эшсе кадрҙар проблемаһы буйынса

Республика заводтарында кадрҙар етешмәү проблемаһы күтәрелде.

Эшсе кадрҙар  проблемаһы буйынсаЭшсе кадрҙар  проблемаһы буйынса
Эшсе кадрҙар проблемаһы буйынса

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, хәл башҡа төбәктәрҙән кадрҙар йәлеп итеү, шулай уҡ предприятиеларҙа эш хаҡын артыуы иҫәбенә төҙәтелә килә.

— Был хәҙерге ваҡытта актуаль мәсьәлә, кадрҙар талап ителә, артабан тағыла ҡатмарлы булыуы мөмкин. Республикала предприятиелар тимәк йылдам үҫешә. Кешеләрҙе яңы һөнәрҙәргә уҡытыр кәрәк, быны ойоштороу өсөн беҙ хатта мәшғүллек үҙәктәрен ремонтлауға аҡса бүлә башланыҡ, — тип аңлатма бирҙе Хәбиров.

Шулай уҡ ул урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереүгә баҫым яһарға кәрәклеген билдәләне. Дөйөм ятаҡтар төҙөү һәм стипендияларҙы арттырыу — быға өлгәшеүҙең бер ысулы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас