

Финанслауҙың дөйөм суммаһы 27 миллион һум тәшкил итәсәк. Яңы ҡорамалдар предприятиеға тулы цикллы технология төҙөргә мөмкинлек бирә, был сығымдарҙы кәметеүгә һәм рентабеллекте 5 процентҡа арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Проект тормошҡа ашырылһа быйыл 65 яңы эш урыны һәм киләһе йылда тағы ла 85 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
- Башҡортостанда льготалы лизинг механизмы ҙур һорау менән файҙалана. Ул «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм үҙ эшен үҫтерергә йәки төп средстволарҙы яңыртырға ниәтләгән бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларының сығымдарын кәметеүгә йүнәлтелгән, - ти Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
"Амкодор" Холдингы Башҡортостан менән Белоруссияның берлектәге проекты. “Амкодор-Ағиҙел” индустриаль паркы резиденты заманса иген киптереү, иген һаҡлау ҡорамалдары, орлоҡ әҙерләү линиялары, мобиль киптереү ҡоролмалары етештереүгә махсуслашасаҡ.
- Предприятие махсус иҡтисади зона резиденты булараҡ йылына 6 процент ставкаһы буйынса льготалы лизинг финанслауын алды, лизинг срогы 60 ай тәшкил итә. 2023 йылдың 27 ноябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙең лизинг компанияһы дөйөм суммаһы 356,3 миллион һумлыҡ 44 алыусыға ярҙам күрһәтте, - ти Төбәк Лизинг компанияһының генераль директоры Азат Хәйруллин.