Иҡтисад
7 Декабрь 2023, 03:54

«Пакер" предприятиеһы финанс ярҙамы алған

«Пакер» предприятиеһы Башҡортостан Республикаһының сәнәғәтте үҫтереү фонды булышлығында «Хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү» программаһы буйынса 264,7 миллион һум күләмендә льготалы займ алған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Пакер" предприятиеһы финанс ярҙамы алған«Пакер" предприятиеһы финанс ярҙамы алған
«Пакер" предприятиеһы финанс ярҙамы алған

Заем аҡсаһы ғәмәлдәге машиналар эшләү производствоһын модернизациялауға йүнәлтеләсәк. Ҡорамалдар паркын модернизациялау һәм киңәйтеү иҫәбенә предприятиела скважина ҡорамалдары етештереү  артасаҡ, хеҙмәт етештереүсәнлеге яҡшырасаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу иҫәбенә килем күләме яҡынса 1,5 миллиард һум планлаштырыла, 20 юғары етештереүсәнле эш урыны булдырыласаҡ, 5 йыл эсендә һалым түләүҙәре 406 миллион һум тәшкил итәсәк.

— Бөгөнгө көнгә республиканың унға яҡын предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу»программаһы буйынса льготалы займ алды. Был проект сиктәрендә “Пакер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте производствоһында технологик ҡорамалдар паркын яңыртыу һәм киңәйтеү юлы менән хеҙмәт етештереүсәнлеге күпкә артасаҡ, — ти Башҡортостан республикаһының сәнәғәтте үҫтереү Фондының генераль директоры Әнүәр Кәримов.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас