

Башҡортостандың Россельхознадзор белгестәре тейешле материалды тейәп оҙатыуҙы, һайлап алынған орлоҡтоң сифатын контролдә тота. Тикшереүгә алынған майлы культураларҙың фитосанитар экспертизаларында карантин организмдары асыҡланмаған. Орлоҡтар партияһы экспортҡа рөхсәт биреүсе сертификаттар алған.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Шишмә шәкәр заводы Ҡытайға 62 вагон сөгөлдөр һығынтыһын оҙатҡан. Партияның дөйөм ауырлығы 1583 тонна тәшкил иткән.