

Проект буйынса иҡтисадҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 650 миллион һум тәшкил итә. Был проектты тормошҡа ашырғандан һуң компания 2026 йылға 18 000 берәмек продукция һатыу күләменә өлгәшергә планлаштыра. Республика бюджетына 1 миллиард һум самаһы һалым инәсәк, 215 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.
Фондтың займ аҡсаһы иҫәбенә предприятие электротехник, телекоммуникация шкафтары һәм металл конструкциялар етештереү буйынса линияның технологик ҡорамалдарын һатып аласаҡ. Бөтә етештерелгән һәм етештереүгә планлаштырылған продукция германия һәм америка продукцияһы (RITTAL, Schneider Electric) импорттын алмаштырасаҡ, сифаты һәм башҡа техник характеристикалары буйынса уларҙан ҡалышмаясаҡ. «ЭлКом» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте телекоммуникация шкафтары етештереү өсөн аналогы булмаған инновацион техник ҡарарҙар ҡулланасаҡ.