Иҡтисад
20 Декабрь 2023, 04:25

Үҙмәшғүлдәр һаны 1,5 тапҡырға артҡан

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 179 мең кеше тәшкил иткән. Был былтырғыға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Үҙмәшғүлдәр һаны 1,5 тапҡырға артҡанҮҙмәшғүлдәр һаны 1,5 тапҡырға артҡан
Үҙмәшғүлдәр һаны 1,5 тапҡырға артҡан

Шул уҡ ваҡытта үҙмәшғүлдәрҙең уртаса килеме лә арта, быны улар тарафынан һалымдың артыуы күрһәтә.

     «Ағымдағы йылдың 11 айында республиканың  тупланма бюджетына профессиональ килем буйынса  421,9 миллион һум күләмендә һалым ингән, был 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,7 тапҡырға күберәк. Республикала бизнес алып барыу өсөн уңайлы климат һәм һалым түләүҙең ябайлаштырылған механизмы үҙмәшғүлдәр һанының артыуына булышлыҡ итә», — ти Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары — БР финанс министры Лира Иғтисамова.

Республикала үҙмәшғүлдәр күберәк төҙөлөш, йөк һәм пассажирҙар ташыу, маркетинг һәм реклама, үҙҙәре етештергән продукцияны һатыу  менән шөғөлләнә.

        Әйткәндәй, 2022 йылда республикала үҙмәшғүлдәр һаны 63 процентҡа артҡан һәм 125,5 меңгә еткән була. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан үҙмәшғүлдәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө, ил төбәктәре араһында 12-се урынды биләгән ине. 2020 йылдан 2023 йыл башына төбәктә профессиональ килемгә һалым түләүселәр һаны дүрт тапҡырға тиерлек артҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас