Улар иҫәбендә 118 сауҙа объекты, 37 автозаправка, 26 кафе, 31 техник хеҙмәтләндереү станцияһы, туғыҙ ҡунаҡхана һәм алты автомобиль йыуыу урыны бар. Шулай уҡ, йыл эсендә 245 юл буйы объекты төҙөкләндерелеп, яңыртылған, бының өсөн 433 миллион һум инвестиция һалынған.
2024 йылға өҫтөнлөклөләр инвестициялар исемлегенә 4 миллиард һумлыҡ 44 проект индерелгән.
"2020 йылда уҡ беҙ республиканың юл буйы сервисын үҫтереү Концепцияһын әҙерләнек һәм шуның буйынса эшләйбеҙ, инвесторҙар өсөн ярҙам саралары комплексы ҡаралған. Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү буйынса эштәр Рәсәй Хөкүмәте кимәлендә билдәләнде. Быйыл тағы ла темпты арттырырға һәм юл буйы сервисының 450 объектын сафҡа индерергә ниәтләнәбеҙ һәм шул уҡ күләмдә объекттарҙы үҙгәртеп, яңыртыу эштәре атҡарыу планы тора», — тигән республика Премьер-министры Андрей Назаров.
Республикала юл буйы сервисын үҫтереү программаһы сиктәрендә инвесторҙар өсөн байтаҡ ярҙам ҡаралған. Әйтәйек, компаниялар ерҙе сауҙаһыҙ, льготалы ставка буйынса ҡуртымға алалар. Инвесторҙарға транспорт һәм инженер инфраструктураһын төҙөүгә киткән сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия бирелә. Шулай уҡ мөлкәткә һәм табышҡа һалым буйынса льготалар бар.
Был отошло тармаҡ, сөнки республика аша өс федераль трасса үтә, әлеге мәлдә йылдам М-12 трассаһы төҙөлә, тип билдәләгән А.Назаров.
Премьер Сауҙа министрлығына һәм муниципаль властарға был өлкәлә яңы проекттар башлау буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушҡан.