Иҡтисад
17 Ғинуар 2024, 04:42

Тышҡы сауҙа әйләнеше 8,8 миллиард долларға етергә тейеш

Бынан алдағы йылда  республиканың тышҡы сауҙа күләме 5 миллиард тәшкил иткән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тышҡы сауҙа әйләнеше 8,8 миллиард долларға етергә тейешТышҡы сауҙа әйләнеше 8,8 миллиард долларға етергә тейеш
Тышҡы сауҙа әйләнеше 8,8 миллиард долларға етергә тейеш

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 2030 йылда 8,8 миллиард долларға етергә тейеш. Бындай күрһәткес «Башҡортостан республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен, халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү» дәүләт программаһында бар.

     Прогнозға ярашлы, 2030 йылға республиканың төбәк-ара сауҙа күләме 324,9 миллиард һумға артасаҡ. Шул уҡ ваҡытта экспортта сеймал булмаған һәм энергетик булмаған тауарҙар өлөшө 70 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.

Был маҡсаттарға өлгәшеү өсөн программала бер нисә бурыс тора:

  • экспортты популярлаштырыу һәм уға булышлыҡ итеү буйынса институциональ саралар комплексын тормошҡа ашырыу;
  • экспортты үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу;
  • яңы сит ил партнерҙары менән бәйләнеш булдырыу;
  • республиканың ыңғай образын формалаштырыу;
  • республиканың РФ төбәктәре менән иҡтисади үҙ-ара эш итеүен нығытыу.
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас