Инвестор кәрәкле документация әҙерләгән, инеп-сығыу юлдарын һәм инженер селтәрҙәрен үткәреүгә проекттар эшләгән, шулай уҡ АГНКС өсөн майҙансыҡта ҡырсынташ түшәп тигеҙләгән, технологик ҡорамалдар һатып алған. Станция 2024 йылдың көҙөндә төҙөлөп, эшләй башлар тип планлаштырыла, уның майҙансығында минимаркет асырға теләйҙәр. Проект тормошҡа ашырылғас 15 эш урыны булдырыласаҡ.
Компанияның проектына өҫтөнлөклө тигән статус бирергә ҡарар ҡабул ителгән. Инвестор шулай уҡ газ тултырыу станцияһы төҙөлөшөнә киткән сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға ярҙам аласаҡ.
“Әлим " компанияһы киләсәктә «Өфө-Ырымбур» Р- 240 трассаһында тағы ла бер АГНКС төҙөргә ниәтләй. Компанияның директор урынбаҫары Игорь Ступин һүҙҙәренсә, бының өсөн ер участкаһы бүлеү зарур. Төбәк башлығы Радий Хәбиров Сәнәғәт министрлығына һәм Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына комплексты урынлаштырыу буйынса варианттар әҙерләргә ҡушҡан.
"Автотранспортты арзан һәм экологик таҙа газ яғыулығына күсереү өсөн яғыулыҡ ҡойоу станциялары селтәрен үҫтерергә тырышасаҡбыҙ. Шуға күрә беҙ был өлкәләге яңы башланғыстарға бик шатбыҙ һәм, һис шикһеҙ, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәкбеҙ», тигән Хәбиров.