Иҡтисад
22 Ғинуар 2024, 10:06

Инфраструктуры сығымдары ҡапланасаҡ

Федераль бюджет Башҡортостанға «Өфө» индустриаль паркында «Амкодор-Ағиҙел» заводының инфраструктураһын төҙөүгә инвестициялауға киткән 1,5 миллиард һумды кире ҡайтарасаҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Инфраструктуры сығымдары ҡапланасаҡИнфраструктуры сығымдары ҡапланасаҡ
Инфраструктуры сығымдары ҡапланасаҡ

Был аҡса резиденттарҙың төбәк бюджетына түләгән һалымдары булараҡ, ике йыл эсендә кире ҡайтарыласаҡ.

Әлегә, «Өфө» индустриаль паркы 98 процентҡа тулыланған. Уның резиденттары булып 19 компания тора, тағы ла етеһе парк инфраструктураһын файҙалана.

     Уҙған йылдың 10 октябрендә “Амкодор” белорус холдингының игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса беренсе заводы асылды. Бынан тыш, тағы бер проект — автогрейдерҙар, гусеницалы экскаваторҙар һәм бульдозерҙар етештереү буйынса завод төҙөү тәҡдим ителә. Комплексты йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Яңы сәнәғәт майҙансығына инвестициялар күләме 8 миллиард һумға баһалана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас