Иҡтисад
24 Ғинуар 2024, 03:52

Ҡаҙағстан менән тышҡы сауҙа әүҙемләшә

Башҡортостандың Ҡаҙағстан менән тышҡы сауҙа әйләнеше уҙған йылда 440 миллион доллар тәшкил иткән, был 2022 йыл  менән сағыштырғанда 3,1 процентҡа күберәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡаҙағстан менән тышҡы сауҙа әүҙемләшәҠаҙағстан менән тышҡы сауҙа әүҙемләшә
Ҡаҙағстан менән тышҡы сауҙа әүҙемләшә

Экспорт өлөшө 6,1 процентҡа артып, 365 миллион долларға еткән.

Экспорттың 90 проценты тиерлек сеймал һәм энергетик булмаған экспортҡа тура килә, әйтәйек  аҙыҡ — түлек тауарҙары — бер ярым тапҡырға, төҙөлөш материалдары - 3,1 тапҡырға артҡан.

Әлегә Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлек тураһында 17 килешеү эшләп килә. "Юл картаһы" на биш йүнәлеш буйынса 57 сара индерелгән.

    Кисә  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә делегацияның Ҡаҙағстанға рәсми сәфәре башланды. Делегация составына 70 предприятие вәкилдәре ингән. Астанала улар Ҡаҙағстанданың 400-ҙән ашыу предприятие ҡатнашлығындағы «Ҡаҙағстан — Башҡортостан» бизнес-форумында ҡатнашасаҡ. Сәфәр барышында Ҡаҙағыстан республикаһы президенты Ҡасым-Жомарт Токаев һәм премьер-министр Алихан Смаилов менән осрашыуҙар планлаштырылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас