Проект сиктәрендә етештерелгән балалар өсөн трикотаж изделиелары ассортиментын һәм номенклатураһын киңәйтеүгә өҫтәмә сеймал һатып алынасаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу барышында предприятие 172 мең берәмек продукция сығарырға планлаштыра. Проект буйынса республика бюджетына һалым керемдәре яҡынса 7 миллион һум тәшкил итәсәк. Яңы эш урындары булдырыласаҡ.
- Ассортиментты киңәйтеү, предприятие етештергән продукция төрөн үҙгәртеү һәм технологик ҡорамалдарҙы файҙаланып яңы производство төрҙәрен үҙләштереү «Ишембай трикотажы» продукцияһының конкурент өҫтөнлөктәрен булдырасаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу еңел сәнәғәт тауарҙары баҙары сегментын киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк һәм төбәктең көнүҙәк үҫеш стратегияһына ярашлы республика биләмәһендә балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, — ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Заем аҡсаһына компания киң билдәле трикотаж полотноһы һатып аласаҡ. Был туҡыманың айырым үҙенсәлектәре булып юғары һуҙылыусанлыҡ, һығылмалылыҡ, йомшаҡлыҡ һәм еңел эшкәртеү мөмкинлеге тора. Предприятие сығарған трикотаж ғәмәлдәге сифат стандарттарына тура килә. Продукцияның хәүефһеҙлеге һәм сифаты ЕАС сертификаттары менән раҫланған.