Проектта 631 аҙыҡ-түлек етештереүсе һәм аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар сығарыусы 136 предприятие ҡатнаша. «Башҡортостан продукты» проектының 224 ҡатнашыусыһы Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә, шул иҫәптән яңы территорияларға продукция ебәреүҙе ойошторған.
Проектта ҡатнашыусы 32 ойошма сит илдәргә үҙ продукцияһын экспортлай. Төп йүнәлешкә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Беларусия, Төркиә һәм Иран илдәре ингән. Республика был илдәргә бал һәм умартасылыҡ продукттары, колбаса һәм ит деликатестары, һөт продукцияһы, сыр, бальзамдар һәм үлән йыйымдары, йәшелсә-емеш консервалары, шулай уҡ юл-төҙөлөш материалдары, пластмасса изделиелар, минераль ашламалар оҙатҡан.
«Башҡортостан продукты» проекты ғәмәлдә эшләгән осорҙа дипломанттар өсөн 217 сауҙа-һатып алыу конференцияһы, 932 күргәҙмә һәм йәрминкә ойошторған. Республика компанияларының 3 меңдән ашыу вәкиле белемен камиллаштырған һәм консультация хеҙмәттәре алған.