Рәсәй иҡтисадына санкция баҫымы һәм ватан производствоһын үҫтереү кәрәклеге арта барған шарттарҙа, сәнәғәткә ярҙам итеү хәҙер дәүләт эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора һәм республика бюджетына өҫтәмә һалым керемдәрен тәьмин итергә мөмкинлек бирә, ти БР финанс министры һөйләне Лира Иғтисамова.
Дәүләт ярҙамы саралары дүрт йүнәлештә: өҫтөнлөклө зоналар инфраструктураһын үҫтереү, сәнәғәткә ярҙам итеү профилле төбәк фондын капиталлаштырыу, тематик саралар үткәреү һәм сәнәғәт компанияларын субсидиялау буйынса эшләнә.
Атап әйткәндә, былтыр бюджет аҡсаһына «Алға» иҡтисади зонаһы, «Өфө» индустриаль паркы һәм Туймазылағы «Мастер» технопаркы майҙансыҡтары киңәйтелгән. Шулай уҡ Амкодор белорус компанияһы объекттарына инфраструктура эшләнгән.
Республика бюджетынан субсидияларҙы еңел һәм урман сәнәғәте предприятиелары, газ заправкаларын төҙөгән эшҡыуарҙар һәм коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәренең электр селтәре хужалығын модернизациялау менән шөғөлләнгән ойошмалар алған.
Бынан тыш, төбәк аҡсаһына инвалидтарҙы реабилитациялауҙың техник сараларын етештереүселәр субсидиялар алған. Ә, электр автомобилдәрен зарядлау станциялары селтәрен үҫтереүсе компаниялар федераль аҡсанан ярҙам алған.