Шул уҡ ваҡытта экспорт күләме 8,1 тапҡырға артҡан.
Был илгә экспорт нигеҙен минераль яғыулыҡ, нефть һәм нефть продукттары, битуминоз матдәләр һәм минераль балауыҙҙар (74,5%), башҡа тауарҙар (15,3%), химик сәнәғәт продукцияһы (9,5%), аҙыҡ-түлек һәм сеймал (0,2%), ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары (0,2%), шулай уҡ металдар һәм изделиелар(0,2%). тәшкил итә.
Шулай уҡ, ауыл хужалығы продукцияһын, агросәнәғәт комплексы тауарҙарын (бойҙай һәм май), машиналар эшләү продукцияһын (турбодвигателдәр, газ турбиналары һ.б.) оҙатыуҙың артыуы теркәлгән.