Иҡтисад
7 Февраль 2024, 03:14

Инвестициялар күләме арта

Башҡортостанда дөйөм капитал  күләме 1,2 триллион һум булған 2 меңдән ашыу инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Инвестициялар күләме артаИнвестициялар күләме арта
Инвестициялар күләме арта

Былтырҙан республикала инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһы старт ала. Уға ярашлы, проекттарға талаптарҙы "нулгә төшөрөп",  инвестицияларҙың минималь күләме буйынса бер нисә сикләүҙе алып ташланыла, шуның менән төҙөлгән инвестиция килешеүҙәре һаны күпкә арта. Был хаҡта,  БР Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдергән.

Уҙған йылда республика хөкүмәтендә «Инвестиция сәғәте» форматында 21 ултырыш үткәрелгән. Уларҙа дөйөм инвестиция күләме яҡынса 340 миллиард һум булған һәм 7 мең яңы эш урыны булдырыуға йүнәлтелгән 88 проект ҡаралған.

    Башҡортостан илдең башҡа төбәктәре араһында йылдам үҫеш биләмәһендә яңы резиденттар йәлеп итеү буйынса лидерҙар иҫәбенә инде.

    Атап әйткәндә, «Алға» иҡтисади зонаһы майҙаны 300 гектарға  артҡан. Айырым иҡтисади зонала 61 миллиард һумлыҡ инвестиция күләме менән 21 резидент эшләй.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас