«Эшкәртелгәндән һуң күберәк продукцияны тышҡы баҙарҙарға оҙатырға кәрәк, шулай итеп беҙ өҫтәмә рәүештә үҙебеҙҙең етештереүҙе арттыра аласаҡбыҙ», — ти республиканың Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Министр республикала агросәнәғәтте үҫтереү өсөн кадрҙар етешмәүен билдәләгән. Фәзрахманов һүҙҙәренсә, «агрокласс — колледж — вуз» белгестәр әҙерләү системаһын төҙөргә, буласаҡ аграрийҙарҙы урта мәктәптең 6-7 класынан әҙерләй башларға кәрәк.
Әйткәндәй, 2023 йылда Башҡортостандан ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау күләме 2022 йыл менән сағыштырғанда 8,3 процентҡа артҡан. Бер йыл элек республика етештереүселәре 290 миллион долларлыҡ ауыл хужалығы продукцияһын сит илгә оҙатҡан.
Ауыл хужалығы Министрлығында билдәләүҙәренсә, килешеү процедураларын тиҙләтеү өсөн республикала экспортланған продукцияның сифатын раҫларға ярҙам иткән ветеринар лабораториялары селтәре үҫтерелә. 2023 йылда лабораторияларҙы модернизациялауға бюджет сығымдары ике тапҡырға, йәки 11,5 миллион һумға тиклем артҡан.