Был муниципалитеттың инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырырға һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар вице – премьер – министры Александр Шельдяев оператив кәңәшмәлә, индустриаль парк территорияһын иҫәпкә алғанда, айырым иҡтисади зонаның дөйөм майҙаны 763 гектарға тиклем артты, зона резиденттары иҫәбендә дөйөм суммаһы яҡынса 62 миллиард һумлыҡ проекттары булған 21 компания иҫәпләнә, тип белдергән. Уларҙың проектын тормошҡа ашырыу республикала 2,8 мең яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
2024 йыл башына инвесторҙар производствоны үҫтереүгә 6 миллиард һум аҡса һалған һәм 928 эш урыны булдырған. Мәҫәлән, 2021 йылда ОЭЗ майҙансыҡтарында “Аркада” сәнәғәт берекмәһе һәм “Ҙур” компанияһы үҙ производстволарын башлай. Ә, 2023 йылда-ZASPORT фабрикаһы һәм «АМКОДОР-Ағиҙел» предприятиелары эш башлаған. Тағы ла биш проект әлеге ваҡытта тормошҡа ашырыла, уларҙы 2025-2026 йылдарҙа тамамларға планлаштыралар.