Ҡайһы бер компаниялар был биләмәлә производстволар урынлаштырыуға ҡыҙыҡһыныу белдергән дә инде.
" Салауат ҡалаһы биләмәһендәге майҙансыҡта, ер участкаларын киңәйтеү перспективалы. Бында дөйөм суммаһы 50 миллиард һумдан ашыуға инвестиция һалырға теләүселәр бар", - ти Башҡортостандың вице-премьеры, Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Киләһе йылдарҙа, Өфө районында, Ағиҙел һәм Салауат ҡалаларында «Алға» махсус иҡтисади зонаһын артабанда үҫтереү күҙаллана.