Был көндө Иҫке Собханғол ауылында Бөрйән һәм Әбйәлил райондары эшҡыуарҙары өсөн консультация ойошторола.
– Бындай республика буйынса урындарға сығып эшҡыуарҙар менән осрашыу улар өсөн уңайлылы. Быйыл республиканың «Минең бизнесым» үҙәге төбәктең 38 муниципаль берәмегендә 19 күсмә ҡабул итеү ойошторорға планлаштыра. Үҙ эшен башларға ниәтләгән эшҡыуарҙар һәм граждандар менән Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, бизнесҡа инфраструктура буйынса ярҙам итергә тейешле ойошма вәкилдәре, шулай уҡ муниципалитеттарҙың бизнес-шерифтары осрашасаҡ, – ти Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Әйткәндәй, былтыр күсмә ҡабул итеүҙәрҙә 177 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, 40 үҙмәшғүл һәм 133 физик шәхес ҡатнашҡан.