Иҡтисад
18 Март 2024, 10:24

Инвестициялар күләме артҡан

Уҙған йылда Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме 620 миллиард һумдан ашҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Инвестициялар күләме артҡанИнвестициялар күләме артҡан
Инвестициялар күләме артҡан

2022 йыл менән сағыштырғанда төп капиталға инвестициялар үҫеше 7,6 процент тәшкил иткән. Башҡортостан инвестициялар күләме буйынса Волга буйы федераль округында-өсөнсө, илдә 16 – сы урынды биләй.

Һуңғы биш йылда республика иҡтисадына инвестициялар 1,5 тапҡырға артҡан, был рәсәй күрһәткестәренән ике тапҡырға юғарыраҡ. Биш йыл эсендә инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,3 триллион һумға еткән.

 “Иң мөһиме, санкция баҫымына ҡарамаҫтан, беҙ төбәктә инвесторҙар йәлеп иткән уңайлы иҡтисади климат булдырҙыҡ. Шул уҡ ваҡытта бындай динамиканы киләсәктә һаҡлап ҡалыу ҡатмарлыраҡ буласағы билдәле. Шуға күрә быйыл да ыңғай һөҙөмтә менән тамамлау өсөн тырышлығыбыҙҙы арттырыу мөһим”, тигән Р. Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас