Иҡтисад
21 Март 2024, 03:10

Ҡорал экспортынан күберәк

Рәсәйҙән ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау ҡорал экспортынан күп тапҡырға артығыраҡ булған. #ВладимирПутин

Ҡорал экспортынан күберәкҠорал экспортынан күберәк
Ҡорал экспортынан күберәк

Илдең ауыл хужалығы йылдан йыл яҡшы уңыштар күрһәтә, хатта агропродукция экспорты сит илгә ҡорал ебәреүҙән күп тапҡырға күберәк. Был хаҡта РФ Президенты Владимир Путин Кремлдә үҙенең ышаныслы кешеләре менән осрашыуҙа белдергән.

"Беҙ ауылдың һәм ауылда эшләгән кешеләрҙең беҙҙең өсөн, ил өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ. Ауыл хужалығында эшләүселәрҙең уңыштары менән ғорурланабыҙ, улар иҫ киткес", - тигән В. Путин.

    Ул Рәсәйҙән игенде экспортлай башлаған саҡта асыҡланған көтөлмәгән ҡатмарлыҡтар тураһында ла һөйләгән: "Проблема ниндәй икәнен беләһегеҙме? Беҙҙең порттар йөк тейәүгә түгел, ә иген ҡабул итеүгә яраҡлаштырылған булған. Бына шундай техник проблема килеп сыҡты. Ә хәҙер беҙ-бойҙай экспорты буйынса донъяла беренсе ил”.

Рәсәй агросәнәғәт комплексы юғары технологиялы һәм заманса булып килә, әммә хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар, тип билдәләгән дәүләт башлығы. Атап әйткәндә, ауылда йәшәү оҙайлығы элеккесә ил буйынса уртаса күрһәткестән түбәнерәк. Ил буйынса ул уртаса 73 йәшкә етә. Әммә ауылда ул түбәнерәк, социаль шарттар ябайыраҡ. Шуға күрә ауылда күп нәмә эшләргә кәрәк әле, - тигән Владимир Путин. Уның һүҙҙәренсә, быға бик күп программалар, проекттар йүнәлтелгән: льготалы ауыл ипотекаһы, ауылды социаль үҫтереү программаһы, һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу һәм башҡалар.

"Әлеге ауыл еренә йүнәлтелгән ярҙамды арттырырға кәрәк. Беҙ, һис шикһеҙ, ауыл ерендә йәшәү шарттарын яҡшыртыуға, үҫтереүгә, тармаҡҡа, социаль өлкәгә ярҙам итеүгә ҡағылышлы ҡуйылған маҡсаттарҙың барыһын да эшләйәсәкбеҙ ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алған Президент.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас