Иҡтисад
25 Март 2024, 12:09

Пассажирҙар ташыу буйынса лидер

Үткән йылда Башҡортостанда тимер юл буйынса пассажирҙар ташыу күләме 21,6 процентҡа, йәки 5,33 миллион кешегә тиклем артҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Пассажирҙар ташыу буйынса лидерПассажирҙар ташыу буйынса лидер
Пассажирҙар ташыу буйынса лидер

Пассажирҙарҙың күпселеге, йәғни 4,39 миллион кеше республика станцияларынан ҡала яны маршруттары буйынса, ә 940 мең кеше алыҫ сәфәрҙәргә сыҡҡан.

Куйбышев тимер юлы хеҙмәтләндергән илдең 10 төбәге араһында Башҡортостан  пассажирҙар ташыу өлкәһендә абсолют лидер, тип билдәй  Куйбышев тимер юлы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков.

    Күрһәткестәрҙең үҫеше республиканың тимер юл инфраструктураһын үҫтереү иҫәбенә лә килеп сыҡҡан. Мәҫәлән, 2023 йылда «Рәсәй тимер юлдары» компанияһы был маҡсатҡа 6,6 миллиард һум йүнәлткән.

Оло Теләк-Дим маршрутында яңы «Ҡарлуғас» йөрөй башлаған. Ә Өфөнән Приютҡа тиклем 1 меңдән ашыу пассажир һыйҙырышлы 12 вагондан торған иң оҙон «Ҡарлуғас» сафҡа индерелгән.

2025 йылда Башҡортостанға яңы ЭС-105 составы килергә тейеш. Был «Ҡарлуғас»поездарының ватан аналогтары.

Бынан тыш, 2024 йылда Өфөнөң Черниковка станцияһында пассажирҙар платформаһын реконструкциялау, Шакша станцияһында модулле вокзал төҙөү күҙаллана. 2024 йылдың июлендә Дим станцияһында заманса транспорт узелын сафҡа индереү планлаштырыла. Киләсәктә Өфөнөң Яркий биҫтәһендә лә туҡталыш пункты төҙөлә башлаясаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас