Йылдам үҫеш биләмәләре булдырылғандан алып, резиденттар төбәк иҡтисадына 10 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалған һәм 6 меңгә яҡын яңы эш урыны булдырған. Был, теркәлгән эшһеҙлек кимәлен кәмеүетеүгә, эш хаҡының һәм сәнәғәт тауарҙарын етештереүҙең йылдам артыуына булышлыҡ иткән.
Декабрҙән өҫтөнлөклө зоналарҙа ҡатнашыусылар өсөн һалым мониторингы системаһына инеү тәртибе ябайлаштырылған. Элек ул төп һалымдар күләме йылына 100 миллион һумдан кәм булмаған һәм йыллыҡ килеме 1 миллиард һумдан күберәк булған эре компанияларға ғына асыҡ булған.
Хәҙерге ваҡытта республикала алты моноҡала бар, уларҙа 400 меңдән ашыу кеше йәшәй (төбәк халҡының яҡынса 10%). Уларҙың биләмәләрендә биш ТОР төҙөлгән: Бәләбәйҙә, Күмертауҙа, Благовещенда, Белоретта һәм Нефтекамала. Бындай территориялар резиденттары өсөн бер нисә һалым ташламалары ғәмәлдә, атап әйткәндә, табышҡа һалымдың федераль өлөшө тулыһынса нулгә төшә, ә проектты тормошҡа ашырыуҙың тәүге биш йылында төбәк өлөшө 5 процент тәшкил итә, артабанғы биш йыллыҡта 10 процент. Шулай уҡ мөлкәткә һалым, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, дәүләт милкен ҡуртымға алыу, ер һалымы һ. б. буйынса ташламалар ғәмәлдә.