Иҡтисад
4 Апрель 2024, 02:40

Үзбәкстан менән тышҡы сауҙа 2,3 тапҡырға артҡан

Быйыл ғинуарҙа Башҡортостан менән Үзбәкстандың тышҡы сауҙа әйләнеше 2023 йылдың ғинуарына ҡарата 2,3 тапҡырға артҡан.   #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Үзбәкстан менән тышҡы сауҙа 2,3 тапҡырға артҡанҮзбәкстан менән тышҡы сауҙа 2,3 тапҡырға артҡан
Үзбәкстан менән тышҡы сауҙа 2,3 тапҡырға артҡан

Был ил менән сауҙа Башҡортостандың бөтә тышҡы сауҙа әйләнешенең 5,9 процентына тура килә. Башҡортостандан минераль продукция, каучук һәм химия сәнәғәте продукцияһы, ағас, металл, машиналар эшләү тауарҙары, аҙыҡ-түлек һәм  башҡа тауар оҙатыла.

 

Узбәкстан менән республика ауыл хужалығы сеймалын етештереү һәм эшкәртеү өлкәһендә берлектәге предприятиелар булдырыу һәм туризм өлкәһендә үҙ-ара бәйләнеште үҫтереү буйынса ҙур эш пландары бара.

   22 апрелдән 24 — нә тиклем тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү маҡсатында  Башҡортостандың рәсми һәм эшлекле делегацияһы ошо илгә барасаҡ.

Делегация составындағы тәбәктең предприятиелары вәкилдәре «Иннопром. Үҙәк Азия" күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ.

Әйткәндәй, “Экспорт” милли проектына ярашлы, 2030 йылға Рәсәй сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспорты күләмен 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа арттырырға тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас