Дәүләт ярҙамы агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалын үҫтереү төбәк программаһы сиктәрендә атҡарыла. Быйылғы конкурста республика буйынса 182 белгес ҡатнашҡан, шуларҙың 100-өнә дәүләт ярҙамы хупланған. Был маҡсатҡа 86 миллион һум аҡса бүленгән.
2023 йылдан Башҡортостанда ауылдағы аграр секторҙың йәш белгестәренә дәүләт ярҙамы суммаһы 500 меңдән 750 мең һумға тиклем артҡайны. Аҡса конкурс буйынса, 35 йәшкә тиклемге, ауыл хужалығы ойошмаларында кәмендә ярты йыл эшләгән белгестәргә бирелә.
Шулай уҡ, ауыл хужалығы предприятиелары үҙ хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға, эш хаҡын арттырыуға йәки торлаҡ өсөн түләүгә киткән сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға компенсация түләй ала.