Иҡтисад
18 Апрель 2024, 02:50

Мал аҙығы өҫтәмәләре экспорты 24 процентҡа артҡан

Продукцияның күп өлөшө Европаға оҙатыла, ә быйылдан ул Монголияға оҙатыла башлаған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Мал аҙығы өҫтәмәләре экспорты 24 процентҡа артҡанМал аҙығы өҫтәмәләре экспорты 24 процентҡа артҡан
Мал аҙығы өҫтәмәләре экспорты 24 процентҡа артҡан

2024 йылдың беренсе кварталында Башҡортостандан ауыл хужалығы мал аҙығы өсөн аҡһым өҫтәмәләре экспорты 71,2 мең тонна тәшкил иткән. Был үткән йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 23,8 процентҡа күберәк. Ул саҡта республиканан сит илгә 57,5 мең тонна көнбағыш шроты һәм сөгөлдөр һығынтыһы оҙатылған булған.

       Быйыл Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары Ҡытайға 17,5 мең тонна ауырлыҡтағы 694 партия сөгөлдөр һығынтыһы оҙатҡан. Күмертау эргәһендәге Маячный ҡасабаһындағы май экстракцияһы заводы тәүге өс айҙа Европаға 49,6 мең тонна ауырлыҡтағы 692 партия көнбағыш шротын оҙатҡан. Предприятие шулай уҡ тәүге тапҡыр Монголияға 140 тонна гранулланған аҡһым өҫтәмәләре оҙатҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас