Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 3,9 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә Рәсәйҙең тимер юлдарының матбуғат хеҙмәте.
Контейнер ташыуҙың үҫешенә йөк номенклатураһын киңәйтеү буйынса эш булышлыҡ иткән. Башҡортостандан контейнер поездарында илдең төрлө төбәктәренә һәм экспортҡа кальцинирланған сода, каучук, ДСП, аҙыҡ-түлек тауарҙары, иген культуралары оҙатылған. Беренсе кварталда Башҡортостанда бөтәһе 50 контейнер поезы төҙөлгән.