Иҡтисад
9 Мая 2024, 02:40

Эшһеҙҙәргә бизнес асыуға 19 миллион һум бүленә

2024 йылда Башҡортостанда эшһеҙҙәр өсөн бизнес асыуға 19,3 миллион һум бүленә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Эшһеҙҙәргә бизнес асыуға 19 миллион һум бүленәЭшһеҙҙәргә бизнес асыуға 19 миллион һум бүленә
Эшһеҙҙәргә бизнес асыуға 19 миллион һум бүленә

Бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамының күләме 165 мең һум тәшкил итәсәк. Йыл башынан алып программа буйынса был ярҙам менән республикала 93 кеше файҙаланған, уларҙың 78-е-ҡатын-ҡыҙҙар.

Аҡсаны шәхси эшҡыуар булмаған, юридик йәки крәҫтиән-фермер хужалығы асмаған, һуңғы йылда үҙмәшғүл булмаған 18 йәштән өлкән эшһеҙ граждандар бизнес асыуға ярҙам булараҡ ала ала. Махсус комиссия ғариза биреүселәрҙең бизнес-пландарын баһалай һәм ҡарар ҡабул итә.

Былтыр эшһеҙҙәргә бизнес асыуға 19,3 миллион һум бүленгән, бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙам күләме  153 мең һум тәшкил иткән булған. Республика буйынса, 2022 йылда дәүләт ярҙамы аша 179 кеше үҙ бизнесын асҡан, 2023 йылда 125 кеше бизнесты асыуға ярҙам алған, 2024 йылда уны 117 кеше алыуы мөмкин.

Автор:
Читайте нас