Иҡтисад
16 Май 2024, 03:45

Он экспорты өс тапҡырға артҡан

2024 йылдың дүрт айында Башҡортостан етештереүселәре сит илгә 4,2 мең тонна бойҙай һәм арыш оно оҙатҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Он экспорты өс тапҡырға артҡанОн экспорты өс тапҡырға артҡан
Он экспорты өс тапҡырға артҡан

     Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда он экспорты өс тапҡырға артҡан, йәғни ул 1,4 мең тонна булған. Иген продукцияһын сит илдәргә һатыу күләмен арттырыуҙан тыш, Башҡортостан онон һатып алыусы илдәрҙең географияһы ла киңәйгән. Йыл башынан алып Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығы белгестәре төбәктән Әзербайжанға, Әрмәнстанға, Грузияға, Ҡаҙағстанға, Төркмәнстанға һәм Үзбәкстанға һатылған  бойҙай һәм арыш онон контролдә тотҡан.

   Уҙған йылдың ғинуар—апрелендә Башҡортостандан он Әзербайжанға, Грузияға, Ҡаҙағстанға һәм Төркмәнстанға оҙатылған булған.

    Республиканан онды экспортҡа сығарыу ағымдағы йыл башынан арта бара. Мәҫәлән, тәүге айҙа етештереүселәр сит илгә 602 тонна продукция оҙатҡан, был 2023 йылдың ғинуарына ҡарағанда 2,2 тапҡырға күберәк — 266,5 тонна.

2023 йылда Башҡортостандан бөтәһе 12,3 мең тонна бойҙай һәм арыш оно экспортлаған. Был 2022 йылға ҡарағанда 2,9 тапҡырға күберәк, ул саҡта республиканан сит илгә 4,3 мең тонна он оҙатылған. Продукцияны Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан һатып алған. Шулай уҡ былтыр республика етештереүселәре тәүге тапҡыр онды Афғанстанға оҙатҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас