+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Май , 16:15

Баҙарҙарға барһам...

Көндәр бар аҙ йылыныу менән район үҙәгендәге аҫҡы баҙар үтә лә йәнләнде. Бында ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ, күркә себештәре, төрлө-төрлө сәскәләр, емеш ағастары, үҫентеләр һатып алырға була. Уларға хаҡтар менән гәзитебеҙҙең сайтында танышырға була. https://oskon.info/news/i-tisad/2024-05-20/ba-ar-ar-a-bar-am-3774900 

Баҙарҙарға барһам...
Баҙарҙарға барһам...

Көндәр бар аҙ йылыныу менән район үҙәгендәге аҫҡы баҙар үтә лә йәнләнде. Бында ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ, күркә себештәре, төрлө-төрлө сәскәләр, емеш ағастары, үҫентеләр һатып алырға була. Уларға хаҡтар менән гәзитебеҙҙең сайтында танышырға була.

Көндәр бар аҙ йылыныу менән район үҙәгендәге аҫҡы баҙар үтә лә йәнләнде. Бында ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ, күркә себештәре, төрлө-төрлө сәскәләр, емеш ағастары, үҫентеләр һатып алырға була. Уларға хаҡтар менән гәзитебеҙҙең сайтында танышырға була.

Әлбиттә, баҙар булғас, бер үк тауар менән сауҙа итеүселәр күп  һәм улар ҙа хаҡтар аҙға ғына булһа ла айырыла. Шуға күрә башта тотош баҙарҙы йөрөп ҡарап сығырға һәм шунан һуң ғына һатып алыу отошлораҡтыр.

Хаҡтарға күҙ һалайыҡ:

Ҡыҙыл тауыҡ себештәренең (бер тәүлеклек)  берәүһе 100һум; брама -110 һум, йомортҡа һаласаҡ себештәр – 90 һум.

Себештәрҙең  ҙурлығына ҡарап та хаҡтар төрлөсә, әлбиттә. Мәҫәлән, 35 көнлөк бройлер тауыҡ себешен 400 һумға алырға була. Ике аҙналыҡ, ун көнлөктәре лә бар.

3,5 аҙналыҡ мулард тоҡомло өйрәк 360 һум тора, 20 көнлөк өйрәкте 250 һумға, 10 көнлөктәре 180 һум.

Бер айлыҡ Линда, Ланда тоҡомло ҡаҙҙар 500 һумдан һатыла, бәләкәйҙәре – 300 һум.

Был көндә һатыуҙа шулай уҡ бәләкәй бройлер күркә себештәре лә бар ине, бер башы - 550 һум.

Картуф сәсер мәл еткәс, картуф орлоғо эҙләүселәр ишле ине. Дүшәмбе баҙарында

 “Гала”, “Удача” сортлы аҡ, “Спиридон”, “Ред-скарлет” сортлы ҡыҙыл картуфтартарҙың суперэлита орлоҡтарын килоһын 20 һум менән “Фермер Зауралья” тигән кибеттә генә бар ине. Әйткәндәй, “Фермер Зауралья” магазины Асҡарҙың Колхоз урамында ла асылған магазин, бында картуфтан тыш,  төрлө себештәр, уларға ем дә һатыла икән.

Баҙар сәскә атып ултырған төрлө сәскәләргә күмелгән.

Петунияның бер төбөнә хаҡ  40 , бәрхәт сәскәһенә 30, газанияға 60, алиссиумға 50 һумдан башлана. Пион сәскәләренең төрлө төҫтәгеһе бар баҙарҙа, хаҡы – 800 һум, гортензиялар  500-әр һум  тора.  Роза сәскәләренең хаҡы ошоға тиклем 200 һум булһа,  бөгөн 150 һумға тәҡдим итәләр.

Кәбеҫтә үҫентеһенең бер төбө  20 һумдан  башлана, 40 һумлығы ла бар. Помидор һәм татлы борос үҫентеләре - 40, ҡыярҙыҡын 30 һум менән алырға мөмкин. Еләктең бер төбөнә 50 һум һорайҙар.

 Емеш ағастарына хаҡтар түбәндәгесә:

Алма, груша - 350 һум;

ағас еләге – 200 һум;

 ҡарағат, айыу баланы – 300 һум;

 туя – 1000 һум.

Баҙарҙарға барһам...
Баҙарҙарға барһам...
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: