Иҡтисад
23 Май 2024, 02:40

Башҡортостанда ювелир һатыу әйләнеше дүрттән бер өлөшкә артҡан

2024 йылдың беренсе кварталында Башҡортостан халҡы ювелир изделиеларға 1,7 миллиард һум аҡса тотонған, был күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 26 процентҡа артҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда ювелир  һатыу әйләнеше дүрттән бер өлөшкә артҡанБашҡортостанда ювелир  һатыу әйләнеше дүрттән бер өлөшкә артҡан
Башҡортостанда ювелир һатыу әйләнеше дүрттән бер өлөшкә артҡан

Республиканың баш ҡалаһында ғинуар—апрель айҙарында ювелир изделиеларҙы ваҡлап һатыу баҙары 2023 йылдың беренсе кварталына ҡарата 21 процентҡа үҫешкән һәм 912 миллион һумға еткән. Дөйөм алғанда, ил буйынса ювелир баҙары 32,8 процентҡа, йәки 106 миллиард һумға тиклем үҫешкән.

Билдәле булыуынса, йылдың  беренсе кварталында ювелир изделиеларға һорау арта, сөнки был осорға 8 март һәм 23 февраль  байрамдары, шулай уҡ  Ғашиҡтар көнө тура килә.

Беренсе кварталда Башҡортостанда биҙәүестәргә уртаса чек уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 23 процентҡа артҡан һәм 7,68 мең һум тәшкил иткән. Ил буйынса уртаса чек 17 процентҡа, 8,65 меңгә тиклем артҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас