+25 °С
Болотло
Был хаҡта Куйбышев тимер юлы — Рәсәй тимер юлының Башҡортостан буйынса филиалы начальнигы урынбаҫары Виктор Новиков хәбәр иткән. Уның һүҙҙәренсә, бер остан икенсеһенә барыу төн буйына башҡарыласаҡ.
Новиков Өфө — Ҡазан йүнәлешен перспективалы тип һанай. Уның һүҙҙәренсә, халыҡ араһында был маршрут популяр буласаҡ.