Иҡтисад
30 Май 2024, 15:39

Стивен Сигалға Дуҫлыҡ ордены тапшырылған

РФ Президенты Владимир Путин Дуҫлыҡ орденын Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығының гуманитар бәйләнештәр буйынса махсус вәкиленә, билдәле Америка актеры Стивен Сигалға тапшырған.    

Стивен Сигалға Дуҫлыҡ ордены тапшырылғанСтивен Сигалға Дуҫлыҡ ордены тапшырылған
Стивен Сигалға Дуҫлыҡ ордены тапшырылған

Бүләкләү тантанаһы Кремлдең Екатерина залында үткән.

 Актер 1952 йылда тыуған һәм 1980-1990 йылдарҙағы боевиктар геройы булараҡ билдәлелек алған. Ул  айкидо, каратэ һәм башҡа ҡул һуғышы сәнғәте оҫтаһы. Хәҙер Сигал Рәсәйҙә йәшәй. 2016 йылда уға Рәсәй федерацияһы гражданы паспортын Владимир Путин шәхсән тапшыра.

РФ Президентының Стивен Сигалды бүләкләү тураһындағы указында уны Дуҫлыҡ орденына "халыҡ-ара мәҙәни-гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн" лайыҡ булыуы билдәләнә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас