-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июнь , 08:36

Баймаҡта яңы туристик объект барлыҡҡа киләсәк

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районында «Йомарт» яңы туристик комплексы төҙөлә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Баймаҡта яңы туристик объект барлыҡҡа киләсәк
Баймаҡта яңы туристик объект барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан Республикаһының гарантия фонды «Сириус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә поручител булараҡ, 5 миллион һумлыҡ льготалы займын йәлеп итергә ярҙам итте.

- Гарантиялы ярҙам-бизнесты үҫтереүҙең иң уңайлы инструменттарының береһе. Ул эшҡыуарҙарға үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирә, хатта уларҙың кредит буйынса етерлек тәьминәте булмаһа ла. Был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн айырыуса мөһим, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

    «Юмарт» проектының инвестицияларының дөйөм суммаһы 20,5 миллион һумға етә.

Шуның 4,7 миллион һумы модулдәр һатып алыуға йәлеп ителә. Йыл аҙағына тиклем туристик комплекс биләмәһендә

бөтә уңайлыҡтар менән йыһазландырылған башҡорт тирмәләре рәүешендә модулле ҡунаҡ апартаменттары ҡуйырға, ике кимәлле номерҙар төҙөргә, 30 урынлыҡ кемпинг зонаһын ойошторорға планлаштыралар. Шулай уҡ ял базаһы биләмәһендә балалар майҙансығы һәм арҡан паркы йыһазландырыласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: