+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июнь , 08:33

Яңы дәүләт программаһы раҫланды

Башҡортостанда физик культура һәм спортты үҫтереүҙең дәүләт программаһы раҫланды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Яңы дәүләт программаһы раҫланды
Яңы дәүләт программаһы раҫланды

Документта, физкультураға, күмәк спортҡа һәм юғары ҡаҙаныштар спортына булышлыҡ итеү Башҡортостандың социаль сәйәсәте  булып тора, тиелә. Төп күрһәткестәрҙең береһе-физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән граждандар һаны. 2022 йылда уларҙың өлөшө 3 йәштән 79 йәшкә тиклемге 2 миллиондан ашыу кеше тәшкил иткән. Был дөйөм халыҡтың 56,1 проценты. Улар өсөн республикала 13300 объект — стадиондар, футбол майҙансыҡтары, спорт залдары, бассейндар һәм башҡа спорт ҡоролмалары эшләй. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда киләсәктә төбәк, Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлдәге ҙур спорт сараларын үткәреү өсөн бер нисә ҙур спорт объекты төҙөлә.

      2030 йылға республикала 2,05 миллион кешегә тиклем  физкультура һәм спортҡа йәлеп итеү, йәғни  54,5 процентҡа еткереү планлаштырыла.

Бының өсөн халыҡтың бөтә категориялары өсөн физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн кәрәкле шарттар булдырыу, күмәк спорт өсөн дөйөм ҡулланылыштағы инфраструктура булдырыуҙың яңы моделен индереү, шул иҫәптән күмәк спортты үҫтереү мәсьәләләрен хәл итеүҙә дәүләткә ҡарамаған секторҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итеү зарур. Спорт тармағын үҫтереү программаһында муниципалитеттар ҙа әүҙем ҡатнаша ала. Ҡарарҙа республика бюджетынан субсидияларҙы нисек алырға мөмкинлеге тураһында ентекле аңлатмалар бирелә. Финанслау спорт объекттарын ремонтлауға, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре күрһәтеүгә, тренер-уҡытыусыларға түләүҙәргә, олимпия спорт төрҙәре буйынса өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелергә мөмкин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: