+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июль , 18:33

Инвестициялар күләме ике тапҡырға күберәк

Башҡортостандың инвестиция портфеленә 1,2 триллион һумлыҡ ике меңдән ашыу проект инә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Инвестициялар күләме ике тапҡырға күберәк
Инвестициялар күләме ике тапҡырға күберәк

Әгәр, 2019 йылда инвесторҙар проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 338 миллиард һум йүнәлтһә, 2023 йылда инвестициялар күләме 620 миллиард һумға еткән, йәғни биш йылда үҫеш 52,9 процент тәшкил иткән. Был осорҙа, Рәсәй буйынса үҫеш, уртаса күрһәткес 29,8 процент булған.

   Республикала бизнес менән эш әүҙем дауам итә.

Мәҫәлән, беренсе кварталда республика иҡтисадына инвестициялар күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 24,2 процентҡа артҡан һәм 105 миллиард һумға еткән. Күрһәткестең ыңғай динамикаһына транспорт һәм тауар һаҡлау (7,7 миллиард һум), эшкәртеү производстволары (7,3 миллиард һум) өлкәһендәге башланғыстар ҙур өлөш индерҙе. Йылдың беренсе кварталында төбәктең инвестиция портфеле дөйөм хаҡы 72 миллиард һумлыҡ 116 проектҡа артҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: