+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июль , 18:26

Путин Монголияға эш сәфәре менән барасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылда Монголияға һәм уның баш ҡалаһы Улан-Баторға барасаҡ. #Владимир Путин

Путин Монголияға  эш сәфәре менән барасаҡ
Путин Монголияға эш сәфәре менән барасаҡ

Кисә,В. Путин Монголия Президенты Ухнагийн Хурэлсухом менән Астанала ШОС (Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы) саммиты сиктәрендә осрашты. Путин белдереүенсә, Рәсәй менән Монголия мөнәсәбәттәре «тиҫтә йылдар дауамында үҙ-ара эш итеүҙең һәм дуҫлыҡтың бик ыңғай һәм ныҡлы  нигеҙендә булыуын» белдергән. Ул шулай уҡ илдәр араһында тауар әйләнешенең «яҡшы темпын» һәм энергетика өлкәһендә яйға һалынған эште билдәләгән.

     Һуңғы тапҡыр Путин Монголияға рәсми сәфәр менән 2019 йылдың сентябрендә булды. Ул Халхин-Голда Совет һәм Монгол ғәскәрҙәренең еңеүенең 80 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашты.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: