«Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә быйыл 33 муниципалитетта 143 ихата биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Бынан тыш, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы буйынса 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Әйткәндәй, быйыл уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса бөтә Рәсәй конкурсында Бәләбәй, Благовещен, Дүртөйлө, Нефтекама, Октябрьский, Салауат һәм Учалы ҡалаларының проекттары ҡатнаша.