+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июль , 13:00

«НЕФАЗ " йыл һайын 3 меңгә тиклем автобус сығарырға планлаштыра

Нефтекамала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең  генераль директоры Сергей Когогин «Нефаз»производство майҙансыҡтарында булдылар. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

«НЕФАЗ " йыл һайын 3 меңгә тиклем автобус сығарырға планлаштыра
«НЕФАЗ " йыл һайын 3 меңгә тиклем автобус сығарырға планлаштыра

 Завод КАМАЗ төркөмөнә инә һәм илдең иң эре автопроизводителдәренең береһе булып тора.

 - Башҡортостанда

«Камаз»дың ҙур етештереү ҡеүәттәре тупланған. Ҙур майҙансыҡтарҙың береһе – Нефтекама автомобиль заводы. Предприятиеның эш күрһәткестәре һәм бында етештерелгән продукцияның сифаты менән ҡәнәғәтбеҙ, – тип билдәләгән Сергей Когогин. Төбәк етәксеһе һәм «Камаз» дың генераль директоры автобустар һәм самосвал кузовтары эшләү линияларын ҡараған, автобустар етештереү буйынса ҡеүәттәрҙе үҫтереү инвестиция проекттары менән танышҡан. Атап әйткәндә, автобустарҙың каркастарын иретеп йәбештереү һәм йыйыу өсөн роботлаштырылған комплексты  эшкә ебәреү планлаштырыла. Һөҙөмтәлә завод 2026 йылдан алып үҙенең конвейерынан йылына 3 меңгә тиклем автобустар сығара аласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: