+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июль , 11:07

Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов эҫе изостатик преслау участкаһын асыуҙа ҡатнашты

20 июлдә Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов Өфө моторҙар   эшләү берекмәһенең етештереү майҙансығында булды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов эҫе изостатик преслау участкаһын асыуҙа ҡатнашты
Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов эҫе изостатик преслау участкаһын асыуҙа ҡатнашты

Предприятие Ростехтың Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһына (ОДК) инә һәм илдә газ турбина двигателдәре етештереүсе иң ҙур предприятие булып тора. Антон Алиханов эҫе изостатик преслау участкаһын асыу тантанаһында ҡатнашып, уның эшенә старт бирҙе. Яңы участкала ПД-14 һәм ПД-8 двигателдәре өсөн корпус деталдәренең титан һәм алюминий ҡойолмаларын газостатциялау үткәреләсәк. Проекттың дөйөм инвестициялар күләме 3 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Эҫе изостатик престы (газостат) рәсәй компанияһы “Дробмаш” етештерә, ул “Русполимет” компаниялар төркөмөнә инә. Был илдә бындай төрҙәге иң ҙур ҡорамал һанала һәм Рәсәйҙә аналогы юҡ.

       «Русполимет» компанияһының директорҙар советы рәйесе Виктор Клочай, бөгөнгө старт  машиналар эшләүҙе артабан үҫтереү һәм технологик суверенитетты тәьмин итеү өсөн башланғыс нөктә буласаҡ. Был илдә беренсе һәм донъяла дүртенсе газостат. Агрегат етди мәсьәләләрҙе хәл итергә, продукция сифатын күтәрергә, сығымдарҙы кәметергә һәм етештереүҙең ваҡыт циклдарын ҡыҫҡартырға һәләтле, тип билдәләне.

 Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министры А. Алиханов предприятие коллективын яңы цех асылыуы менән ҡотлап уңыштар теләне. - Беҙҙең алда граждан авиатөҙөлөшө һәм дәүләт оборона заказы буйынса амбициоз бурыстар тора. Быға тиклем Рәсәйҙә бындай газостаттар булманы, шуға күрә төрлө илдәрҙән двигателдәрҙең титан өлөштәрен һатып алырға тура килде. Хәҙер иһә технологик процестың был өлөшөндә беҙ тулыһынса импортҡа бәйле түгелбеҙ. Был ОДК предприятиеларына сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк, сөнки сит илдәрҙән уны ташырға кәрәкмәйәсәк. Был бөтә корпорация өсөн мөһим проект, тине Антон Алиханов.

        Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, яңы юғары технологиялы ҡорамалдар Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең һәм бөтә Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының етештереү мөмкинлектәрен киңәйтәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: