+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Июль , 08:44

Экология өсөн кәрәкле проект

«Провекс» ғилми-производство предприятиеһы Күмертауҙа ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү предприятиеһына 20 миллион һум инвестиция һаласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Экология өсөн кәрәкле проект
Экология өсөн кәрәкле проект

"Провекс" ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙе ике йүнәлештә башларға ниәтләй. Паротермолизаметод менән эшкәртеү һөҙөмтәһендә йылына 3,5 мең тоннаға тиклем күләмдә металлокорд, пиролиз яғыулығы һәм ярымкокс етештереләсәк. Шулай уҡ йылына 2,5 мең тоннаға тиклем тупраҡ алыу өсөн күмер шламы менән биологик тарҡалыу юлы менән ағас ҡалдыҡтарын эшкәртеү планлаштырыла. 90 миллион һумлыҡ килемгә инвестор 2026 йылға сығырға иҫәп тота. Компания проектты 2024-2028 йылдарҙа тормошҡа ашырырға һәм 10 эш урыны булдырырға ниәтләй. Бинаны төҙөүҙе һәм инженер селтәрҙәрен һәм коммуникацияларын үткәреүҙе 2024 йылда уҡ башлау планлаштырыла, ә 2025 йылда инвестор технологик ҡорамалдар һәм транспорт саралары һатып алырға ниәтләй.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: